Республикала Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыу буйынса һуңғы ултырыштар үтә

Ауырғазы районы Ибрай ауыл советы биләмәһе дәүләт программаһында 2016 йылдан алып ҡатнаша. Ошо ваҡыт эсендә улар ауыл мәктәбен, мәҙәниәт йортон төҙөкләндереүгә, трактор һатып ауылға өлгәшә. 2022 йылда Яңы Федоровка ауылының зыярат биләмәһе кәртәләнгән. Иҫке Ибрай ауылы халҡы ла урындағы зыяратты төҙөкләндереү тәҡдиме менән сыҡҡан. Башланғыс өсөн йыйылышта 80-дән ашыу кеше тауыш бирҙе.