Республика балалар клиник дауаханаһында дауаланған малай-ҡыҙҙарҙы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡотланы

«Башҡортостан әсәләре» йәмәғәт ойошмаһы әҙерләгән тамаша сиктәрендә бөтә пациенттарға иғтибар бүленде, бүләктәр тапшырылды. Бер көн өсөндә учреждениела дауалау курсын үткән 450 бала яҡынлашып килгән Яңы йыл менән тәбрикләнде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Республика балалар клиник дауаханаһында дауаланған малай-ҡыҙҙар Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ҡаршы алып ҡыуанды. Яңы йылдың төп персонаждары бер нисә сәғәт буйы балаларҙың кәйефен күтәрҙе.

Оҙайлы дауалау курсы үткән балаларҙың байрамда ла өйҙәренә ҡайтыу мөмкинлеге булмағас, байрам улар янына үҙе килде. Белгестәр әйтеүенсә, ыңғай тәҫьораттар тиҙерәк һауығып сығырға булышлыҡ итә.

Дауаланған балалар өсөн Яңы йыл байрамын «Башҡортостан әсәләре» йәмәғәт ойошмаһы әҙерләне. Һәр балаға бүләк тапшырыу, уйындар, тамаша ойоштороуҙы улар йылдағыса үҙ өҫтөнә алды.

Флорида Ким