Йылдың һуңғы оператив кәңәшмәһе иҫтәлекле мәлдәргә һәм яуаплы бурыстарға бай булды

Рәсәй Геройы менән осрашыу, социаль түләүҙәр, Яңы йыл каникулдарында торлаҡ-коммуналь, ашығыс ярҙам хеҙмәттәренең өҙөклөкөһөҙ эшмәкәрлеген тәьмин итеү. Йылдың һуңғы оператив кәңәшмәһе иҫтәлекле мәлдәргә лә, яуаплы бурыстарға ла бай булды. Сөнки алда-оҙайлы каникулдар һәм был осорҙа халыҡҡа байрам кәйефе лә, уңайлы шарттар ҙа тыуҙырылырға тейеш. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова дауам итә.

Оператив кәңәшмә алдынан йылы осрашыу. Башҡортостан башлығында ҡунаҡта - Рәсәй Геройы. Борис Дудко осрашыуға атаһы, тормош иптәше һәм балалары менән килгән. Бөрө егетенең исеме барыһына ла яҡшы таныш, яҡташыбыҙ күптән түгел генә Кремль һарайында Ил Президенты Владимир Путин ҡулынан юғары дәүләт наградаһы - Герой йондоҙы алды. Борис Дудко Һауа-десант ғәскәрҙәре десант-штурм дивизияһының айырым танк батальоны командиры, Өфөгә ул бөгөн ҡайтҡан. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә ҡаһарман яугирға Шайморатов орденын тапшырҙы.

Борис Дудко үҙен Герой тип һанамай, мин бары тик хәрби антыма торғро ҡалдым һәм Ватанымды һаҡлайым, ти ул. Яҡташыбыҙ ялы тамамланыу менән яңынан махсус хәрби операцияға юллана.

Оператив кәңәшмәлә ҡаралған төп һорауҙарҙың береһе лә махсус хәрби операция менән бәйле. Һүҙ мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү хаҡында. Белгестәр белдереүенсә, өҙөклөк юҡ, мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһына ла аҡса күсерелгән.

Башҡортостан башлығы Өфө янындағы ауылдарҙы йәмәғәт транспорты менән тәьмин итеү буйынса ялыуҙар артыуын белдерҙе. Халыҡ сәғәттәр буйы автобус көтөргә мәжбүр. Проблеманы тиҙ арала хәл итегеҙ, тине Радий Хәбиров.

Оператив кәңәшмәлә яңы йыл каникулдарында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеге, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында ла һүҙ барҙы. Республика башлығы каникул осоронда урамдарҙы, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу менән бәйле проблемалар булмаҫҡа тейеш тип белдерҙе. Был осорҙа янғын хәүефһеҙлеге буйынса махсус режим да иғлан ителә. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр ҙә бар көстәрҙе йәлеп итергә иҫәпләй.

Радий Хәбиров үҙенең командаһына 2022 йылдағы тырыш эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Ҡатмарлы шарттарҙа эшләйбеҙ, һынауҙарҙы берҙәм көс менән генә еңеп сығырға мөмкин. Беҙ дөрөҫ юлдабыҙ, быны бөтәһе лә аңларға тейеш, тине Республика башлығы.

Рәмзиә Кәримова