Баш ҡалала ғына 400 яңы пластик контейнер ҡуйылған. Рәсәй төбәктәре араһынан Башҡортостанға 11 меңдән ашыу контейнер һатып алыуға федераль бюджеттан 168 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. «Экология» милли проекты сиктәрендә илдең 46 төбәгенә ошо маҡсатта миллиард ярым һум аҡса бүленгән. Ҡаты ҡалдыҡтарҙы йыйыу күп фатирлы йорттарҙа ихаталарҙы төҙөкләндереү маҡсатында башҡарыла. Идарасы кампаниялар контейнер майҙансыҡтарына һыу үткәрмәй һәм ҡар төшмәй торған япма ҡуя. Улар «Хеҙмәтләндереү» графаһы буйынса бина хужалары иғәнәһенә төҙөлә. Был эш күп фатирлы йортта йәшәүселәр тәҡдименән сығып башҡарыла.
Сүп контейнерҙарына йыйылған сеймал таҙа сүп ташыу автомашиналарында сортировкалау комплекстарына оҙатыла. Әлеге ваҡытта республикала йәшәүсе халыҡтың өстән бер өлөшө сүпте айырып йыя. Башҡортостан биләмәләрендә ҡаты тормош-көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыуға ғына 6010 контейнер урынлаштырылған.