Өфөнөң Халыҡ-ара аэропортында Стәрлетамаҡтан үҫмер өсөн шәхси экскурсия ойошторолдо

Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге Халыҡ-ара аэропортында Стәрлетамаҡтан үҫмер өсөн шәхси экскурсия ойошторолдо. Ҡыҙ киләсәктә стюардесса һөнәрен һайламаҡсы. Аэровокзалдың төрлө бүлектәрендә булып, ул диспетчер, кинологтар хеҙмәте менән танышты. Хәйриә сараһы «Теләктәр шыршыһы» акцияһы сиктәрендә мөмкин булды. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Любовь Климованы махсус рәүештә рейсҡа теркәлергә саҡырылар. Шәхси самолет, уның өсөн генә ойошторолған аэропорт буйлап экскурсия. Был турала күптәр хыяллана, моғайын. Ҡыҙға ғәҙәттә пассажирҙар үтмәгән бүлектәрҙе күрһәтәләр.

Ә был инде аэропорттың йөрәге. Самолет-вертолеттарҙы заправкалау, килеү һәм осоп китеү ваҡытын билдәләү һәм башҡа тиҫтәләгән бурыс - барыһын да ошо үҙәктәге диспетчерҙар көйләй. Бейеклектәге майҙандан осоу һыҙаты ла күренә.

Экскурсияның иң тулҡынландырғыс өлөшө - ҡыҙ беренсе тапҡыр самолет бортына менә. Пассажир ултырғыстары, летчиктар кабинаһы - уның төшө өнгә әүерелде. Үҫмерҙе һауа романтикаһы, бортта пассажирҙарҙы оҙатыусы ҡыҙҙарҙың нәзәкәтлеге һоҡландыра. Хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында ул сит телдәрҙе лә өйрәнә.

Мин самолетта тәүге тапҡыр. Икенсерәк күҙ алдына килтергәйнем. Пилот штурвалы артына ла ултырҙым. Миңә бик оҡшаны.

Любовь Климова

 Бөгөнгө сарала Рәсәй Президентының Тулы хоҡуҡлы вәкиле исеменән сығыш яһайым. Беҙ бер нисә баланың хыялын тормошҡа ашырҙыҡ та инде. Быны изге бурыс һанайым.

Алексей Касьянов, Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор

Үҫмерҙең төп теләге - донъяның төрлө нөктәләре менән танышыу. Ә иң тәү сиратта ул Кореяға барып, яратҡан артистары менән күрешмәксе. Ҡыҙҙың иң ҙур теләктәре лә тормошҡа ашырына ышаныс көслө. Бигерәк тә мөғжизәләр ваҡыты - Яңы йыл алдынан.

Яңы йылда тағы ла бер баланың хыялы тормошҡа ашты. Был «Теләктәр шыршыһы» акцияһы сиктәренә мөмкин булды. хәйриә сараһы Рәсәйҙә 2018 йылдан тормошҡа ашырыла.Маҡсаты - ауыр тормош хәленә эләккән балаларға һәм оло йәштәгеләргә шатлыҡ, Яңы йыл тылсымын бүләк итеү.

Рәзилә Ғиниәтуллина