Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә 88 мең ағас һатылған. Уларҙың күбеһе Белорет һәм Мәсетле райондарында әҙерләнгән. Ҡаҙағстан 21 мең шыршы алған. Башҡортостанда был көндәрҙә "Шыршы" операцияһы дауам итә. Рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусылар асыҡлана.