Байрам алдынан Красный Луч ҡалаһына гуманитар ылау килде. Йөк составында - 9 меңдән ашыу һауыт татлы тәмлекәс. Улар Луганск Халыҡ Республикаһы хакимиәте ҡарамағындағы белем биреү ойошмаларына тәғәйенләнгән. Бынан тыш, махсус хәрби операцияла үҙ бурысын үтәгән хәрби хеҙмәткәрҙәр ҙә бүләк аласаҡ. Гуманитар конвойҙа яҡташтарыбыҙ өсөн буржуйка мейестәре, тепловизорҙар, дрондар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар бар.