Федераль һалым хеҙмәте белгестәре суд приставтары менән берлектә Өфө юлдарына рейдҡа сыҡты

Граждандарҙың һалым бурысын асыҡлау рейдына юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары ла йәлеп ителде.Тикшереү барышында белгестәр 70-тән ашыу транспорт сараһын туҡтатып документтарҙы ҡараны. Иҫкәртеү сараһында һалым түләүҙән баш тартҡан водителдәр ҙә асыҡланды. 120 мең һум бурысы йыйылған «Митсубиси» водителенең тимер аты туҡталҡаға оҙатылды. Һалым түләмәүсе бурысын ҡапламаһа, уның автомобиле һатыуға сығарыла.