«Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһында ҡатнышыусылар һаны арта

2014 йылда старт алған «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы халыҡҡа төрлө проблемаларҙы хәл итеүгә булышлыҡ итә. Унда ауыл биләмәләре генә түгел, ҡала халҡы, мәғариф учреждениелары ла әүҙем ҡатнаша. Баймаҡ районындағы «Йондоҙло» балалар баҡсаһы был проектта ҡатнашыу маҡсатында эш башланы ла инде.

1984 йылда төҙөлгән «Йондоҙҡай» балалар‐ баҡсаһында 320‐гә яҡын бала йөрөй, 12 төркөм эшләй. Баҡса районда мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү учреждениелары араһында алдынғылар иҫәбендә. 2019 йылда «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһында уңышлы ҡатнашып иҫке тәҙрәләрҙе замансаға алыштырыуға иреште.

Күптән заман һынауы үткән мебелдәр бөгөн санпин нормаларына тап килмәй. Тәрбиәселәр һәм ата‐әсәләр бер тауыштан учереждениеға балаларға уңайлы,заманса йыһаздар алыуға тауыш бирҙе.Әле үткәрелгән йәрминкәгә лә барса төркөм ата‐әсәләре берҙәм әҙерләнде. Һәр төрлө тәмлекәстәрҙән торған бай йәрминкәнән балалар ғына түгел ололарҙа ҡәнәғәт ҡалды.

«Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы» ярҙамында республикала бик күп проекттар тормошҡа ашырыла, йылдан-йыл унда ҡатнашырға теләүселәр һаны арта ғына. Әле райондың 10 белем учреждениеһы был проектта ҡатнашырға теләк белдергән. Конкурс һөҙөмтәләре 2023 йылдың яҙында билдәле буласаҡ.