Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылы халҡы «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашырға берҙәм теләк белдерҙе. Программала еңеп сыҡҡан осраҡта ауылдаштар урындағы һыу башняһына капиталь ремонт үткәрергә йыйына.
Ауылда 2000-се йылдар башында һалынған һыу башняһын камиллаштырыу талап ителә. Айырыуса эҫе йәй көндәрендә халыҡты һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр килеп сыға. Ауыл халҡы ҡатнашлығында үткән йыйылыштарҙа ҡатнашыусылар ауыл һыу үткәргесен төҙөкләндереү өсөн берҙәм тауыш биргән.
Ҡаңны-Төркәй республикаға бик күп билдәле шәхестәр биргән боронғо башҡорт ауылы. Күренекле театр режиссеры Ғабдулла Ғиләжев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева ошо ауылдан.