Өфөлә «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре ҡуйған спектакль нигеҙендә төшөрөлгән фильм премьераһы үтте

Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре ҡуйған спектакль нигеҙендә төшөрөлгән фильм премьераһы үтте. Мөхәббәт, тоғролоҡ темаһына арналған пьеса аша йәш ғаилә тормошондағы бер көн, радионың берләштереүсе көсө күрһәтелә. Төп ролдәрҙе радио алып барыусыһы Йәмил Ишмөхәмәтов менән хаттар бүлеге мөхәррире Динара Сафина башҡарҙы.

Быйыл июндә Әбйәлил районы Күсем ауылында «БуранФМ» спектакленең премьераһы үткәйне. Тамашасылар «Юлдаш»тарҙың тәүге ижад емешен йылы ҡабул итте. Аншлагтан һуң сәхнә әҫәрен республика халҡына сығарыу идеяһы барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тарафынан тулы метражлы телеспектакль төшөрөлдө. Илле минутлыҡ фильм 3 ғинуарҙа БСТ каналында күрһәтелә.