Яҡташтарыбыҙҙың дәғүәсеһе булып Екатеринбургтың «Автомобилист» командаһы сығыш яһаны. Иҫәпте тәүге осорҙа Данил Башкиров асты, икенсе осорҙа Анатолий Голышев иҫәпте тигеҙләне. Артабан Степан Санников юлаевсыларҙы йәнә алға сығарҙы. Финал сиренаһына бер минут ҡалғанда «Автомобилист» капитаны Сергей Широков уйынды овертаймға күсерҙе һәм осрашыуҙы тамамлау өсөн Шмелёвҡа ни бары 19 секунд талап ителде.
Уйын Өфө командаһы файҙаһына 3-2 иҫәбе менән тамамланды. Йола буйынса матч һуңында «Мишкопад» хәйриә акцияһы ойошторолдо. 28 декабрҙә яҡташтарыбыҙ Силәбелә урындағы «Трактор» менән осраша.