Кадрҙар үҙәгендә уҙған сарала 16 предприятие һәм ойошма эш урындары тәҡдим итте. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Йылдың һуңғы вакансиялар йәрминкәһендә эш урынын табырға, аҡса эшләргә өйрәнергә була. Майҙанда 1680 вакансия тәҡдим ителә. Бушлай консультация алырға ла, бер юлы бер нисә ойошмаға резюме тапшырып, анкета тултырырға ла мөмкин. Үтеп барған йылдың 223-сө вакансиялар йәрминкәһен баш ҡаланың мәшғүллек үҙәге ойоштора.
16 төрлө эш биреүсе араһында илдең оборона тармағында эшләүсе предприятиелар ҙа бар. Улар инженер-технологтар, электромонтер, радиоэлектрон ҡоролмаларҙы монтажлаусы, фрезеровщик, токарь кеүек эш урындарын тәҡдим итә. Үҙҙәренең анкеталарын ҡалдырыусылар менән артабан да бәйләнеш өҙөлмәй, улар предприятиеға барып әңгәмәләшеү үтә, эш шарттары менән таныша.
Вакансиялар йәрминкәһендә шәхсән килеп кенә түгел, видеоконференция бәйләнеше аша ла ҡатнашырға була. Республиканың 11 районынан 200 кеше зум ярҙамында эш тәҡдим итеүселәр менән аралаша алды. Белгестәр әйтеүенсә, иң мөһиме эш биреүсе менән уны эҙләүсе араһында осрашыу үткәрергә кәрәк. Тап бындай саралар ниндәй кадрҙарға ихтыяж барлығын һәм эш талаптары менән таныштырырға мөмкинлек бирә.
Йыл дауамында үткәрелгән вакансиялар йәрминкәһендә 5 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Уларға меңдән ашыу эш биреүсе 28 мең 687 вакансия тәҡдим иткән.
Әлфинә Килдейәрова