Иглин районының Елена Иглина исемендәге паркы ла яңы йыл алдынан шат тауыштарға күмелде. Елена Иглина исемендәге парк район халҡының иң яратҡан ял урындарының береһе. Бында йыл әйләнәһенә кеше өҙөлмәй. Яңы йыл алдынан биләмә айырыуса мөғжизәле төҫ ала. Майҙан уртаһына мөһабәт шыршы ҡуйыла, ағастарҙа гирляндалар балҡый. Боҙҙан эшләнгән әкиәт геройҙары, яңы йыл символдары тарихи паркҡа тылсым өҫтәй.
Боҙ майҙансығын асыу тантанаһы район ижади коллективтарының сығыштары менән үрелеп бара. Төрлө уйындар, конкурстар, спорт ярыштары ойошторола. Был юлы ла байрамға килеүселәр Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, йыл символы ҡуян менән бергә шыршы тирәләй әйләнде, йырлап-бейеп күңел асты. Ошонда уҡ «Милли серпантин» конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Ярышта Меңйетәр, Ҡалтыман, Таутимән ауылы мәҙәниәт йорттары еңеүсе тип билдәләнде.