«Шүлгәнташ тарихи-мәҙәни музей комплексы» алдын «Урал батыр» эпосына таянып эшләнгән боҙ скульптуралар биҙәй. Урал батыр, Аҡбуҙат, Һомай һәм башҡа боҙ һындарҙы тәжрибәле скульпторҙар эшләй. Боҙ Ағиҙелдән килтерелә. Бысҡы һәм башҡа ябай ғына эш ҡоралдары ярҙамында улар боҙ киҫәктәренә йән өрә. Музей тирәләй бөтәһе 6 боҙ композиция ҡаралған.