Киләһе йылда бының өсөн 6 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонола. Биләмәләр үҫеше фондынан ошо турала хәбәр итәләр. Быйыл капиталь ремонт буйынса план тулыһынса үтәлгән, 774 күп фатирлы йорт төҙөкләндерелгән. Башҡортостан капиталь ремонт программаларын ғәмәлгә ашырыу буйынса илдең алдынғы төбәктәре рәтенә ингән.