Өфөлә балалар өсөн йыһан үҙәге һәм ресторан төҙөлә

Был проекттар ҡалала инвестиция кәңәшмәһендә ҡаралды. Йыһан үҙәге Ғафури паркында, планетарий янында урынлаша. Ағиҙел ярында ресторан комплексы булдырыла. Был проекттар хупланды, инвесторҙарға уларҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ярҙам күрһәтелә.