Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы Яңы йыл каникулында эш өсөн түләү тәртибен аңлатты

1 ғинуарҙан 8-енә тиклем - байрам көндәре. Хеҙмәт кодексына ярашлы, был ваҡытта эш өсөн икеләтә түләнергә тейеш. Шулай уҡ байрамда эш өсөн хеҙмәткәр теләге буйынса башҡа эш көнөндә ял итә ала. Был осраҡта байрамдағы эш ғәҙәти тариф буйынса түләнә, тип хәбәр итәләр ведомствонан.