Башҡортостандың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре балалары өсөн шыршы байрамы үтте

Уны Өфөнөң «Нур» татар дәүләт театры нигеҙендә тармаҡ профсоюздары ойошторҙо. Шыршы тирәләй күңел асырға республика район-ҡалаларынан мәҙәниәт йорттары, китапханалар, ауыл клубтары хеҙмәткәрҙәре балалары йыйылды.

Профсоюз өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға ҡатнашыусы ғаилә башлыҡтарының балаларын да иғтибарға алған. Яңы йыл алдынан уларға күңел йылыһы һәм байрам бүләк итеү беҙҙең бурыс тип иҫәпләй һөнәри ойошма ағзалары. Балалар «Нур» театры фойеһында ҡуйылған шыршы тирәләй күңел асты, яңы йыл тамашаһын ҡараны.