Иглин районында Антуан Экзюпери әҫәре буйынса «Бәләкәй принц» спектакле ҡуйылды

Тамашаны район мәҙәниәт йортоноң «Максимум» театр коллективы сәхнәләштергән. Режиссеры Гөлшат Ибәтова. Спектаклгә ике тиҫтәнән ашыу бала йәлеп ителгән. Сәхнәлә артыҡ декорациялар юҡ, әммә кескәй йондоҙҙарҙың уйыны һоҡландыра. Төп ролде 10 йәшлек Эрнест Басиров башҡара.

Антуан Экзюпериның «Бәләкәй принц» әҫәре тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Ижад емешендә үҙ-ара мөнәсәбәттәр, яуаплылыҡ хаҡында һүҙ бара. Йылдар үтһә лә әҫәрҙәге ҡанатлы девиздарҙың мәғәнәһе үҙгәрмәй. Улар бөгөнгө заманда ла көнүҙәк. Ата-әсәләр әйтеүенсә, был спектакль аша балалар күңеленә тәрбиә орлоҡтары, мәңгелек ҡиммәттәр һалына. Киләсәктә балалар был ижад емеше менән гастролгә сығырға һәм өлгөлө коллектив исемен иҫбатларға теләй.