Башҡортостан мәҙәниәт учреждениелары был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа саҡыра. Әле республика театрҙары ғинуар афишаһын тәҡдим итә, райондар буйлап гастролгә сыға.
Күптән түгел Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры Ғафури районында сәфәрҙә булды. Ижади коллектив тамашасыға Мөнир Ҡунафиндың пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән «Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» спектаклен тәҡдим итте. Тарихи сығанаҡтарға таянып ижад ителгән әҫәр бер кемде лә битараф ҡалдырмаған. Сәхнә декорацияһы, актерҙарҙың уйнау оҫталығы ла тамашасы, театр тәнҡитселәре тарафынан юғары баһаланған.