Ҡабул ителгән республика бюджеты сығымдарының өстән ике өлөшө социаль йүнәлешле була, улар тулы күләмдә финанслана. Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы, район-ҡалаларҙың инфраструктура үҫешенә бәйле статьяларҙы финанслау арта. Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, спорт өлкәләре иғтибар үҙәгендә, ти Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рида Субханғолова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыйыл ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә 8 миллиард һум ҡаралған, бында күп төрлө субсидиялар инә. Шулай уҡ Башҡортостан сәнәғәтте үҫтереү фондына өҫтәмә аҡса бүленә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа 16 миллиард һум йүнәлтелә. Подъездарҙы ремонтлау, “Башҡорт ихаталары” программаларын тормошҡа ашырыуҙы финанслау күләме лә арттырыла.