Телевидение, матбуғат баҫмалары һәм интернет-ресурстар журналистары депутат корпусы етәксеһе ҡулынан парламент темаһын яҡтыртҡан иң яҡшы материалдар өсөн дипломдар һәм рәхмәт хаттары алды. Улар араһында БСТ телеканапы хеҙмәткәрҙәре Гөлсимә Иштанова менән Динара Таймаҫханова ла бар. Осрашыуҙа шулай уҡ депутаттар журналистарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе, киләһе йылға маҡсат-бурыстары менән уртаҡлашты.