«Салауат Юлаев» клубы бөгөн Континенталь хоккей лигаһында 1000-се матчын уҙғара

«Салауат Юлаев» клубы бөгөн Континенталь хоккей лигаһында 1000-се матчын уҙғарып, лига тарихында был кимәлгә еткән 6-сы клуб буласаҡ.

Яҡташтарыбыҙ ситтәге уйынға «Адмирал» менән «Автомобилист» командаларын еңгәндән һуң юлланды. Әле өфөләр Көнсығыш конференцияһының 5-се баҫҡысын биләй. Силәбегә сығыр алдынан «Салауат» Михаил Мамкин менән миҙгел тамамланғанға тиклем ике яҡлы контракт төҙөнө.

«Трактор» өс уйын рәттән мәрәйҙәр йыя, команда Көнсығыш конференциһында һуңғылар иҫәбендә, әммә плей-офф зонаһында артта ҡалыу бер бал менән генә иҫәпләнә. Был миҙгелдә юлаевсылар Силәбе командаһын 3 тапҡыр еңеүгә иреште. Уйындың тура трансляцияһын беҙҙең телеканалда киске сәғәт 7 тула 10 минутта ҡарағыҙ.