Башҡортостан Башлығы республиканан махсус хәрби операция зонаһында булған ирекле батальондар яугирҙары һәм өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылған яҡташтарыбыҙҙы шәхсән барып күреп, был турала социаль селтәрҙә хәбәр итте.
Республика вәкилдәре яугирҙарға төрлө кәрәк-яраҡтар менән сираттағы гуманитар ылау, шул иҫәптән техника һәм иң мөһиме, яугирҙарға яҡындары ебәргән хаттар һәм посылкаларҙы еткергән. Сәфәр барышында Радий Хәбиров Доставалов һәм Шайморатов, Салауат Юлаев батальондары, Росгвардия бүлексәһе яугирҙары менән осрашҡан. Төбәк етәксеһе: был осрашыуҙарҙан яугирҙарға сикһеҙ хөрмәт менән ҡайтам. Улар ысын геройҙар. Егеттәребеҙ туаһында «Донбасс. Башҡорт батальондары. Хроникалар» рубрикаһында һөйләйәсәкмен, тип бедергән.