Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә өс яҡлы хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылды

Документ Хөкүмәт, Профсоюздар федерацияһы һәм Эш биреүселәр союзы араһында ҡабул ителде. Өс яҡлы хеҙмәттәшлек килешеүе эш биреү, хеҙмәт хаҡын күтәреү, социаль яҡлау кеүек пункттарҙы үҙ эсенә ала. Был юлы документ өс йылға иҫәпләнгән. Уға ярашлы республикала минималь хеҙмәт хаҡын күтәреү күҙаллана. Сумма 926 һумға артыға тейеш.

Әле төбәктә минималь хеҙмәт күләме 16 мең 242 һум тип билдәләнгән. Яңы хеҙмәттәшлек килешеүе буйынса ул 17 мең 168 һум булыр тип күҙаллана. Килешеү киләһе йылдың 1 майынан үҙ көсөнә инә.

Рәсәй төбәктәре араһында бындай хеҙмәттәшлек килешеүе ҡабул ителгән төбәктәр күп түгел. Ә Башҡортостанда был документ оҙайлы йылдар дауамында ҡабул ителеп килә һәм уны тормошҡа ашырыуға ныҡлы иғтибар бирелә. Килешеү граждандарҙың килемен арттырыуға, йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә.

Лира Иғтисамова, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Финанс министры

Ошонда уҡ «Һөнәр оҫтаһы», «Иң яҡшы остаз», «Эшләп йөрөгән әсәйҙәр өсөн иң яҡшы предприятие» конкурстарының еңеүселәре һәм призерҙары бүләкләнде. «Социаль һөҙөмтәлелек һәм социаль партнерлыҡ үҫеше» тармаҡ-ара республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Мәҫәлән, Ауырғазы районы «Уңыш» хужалығынан комбайнсы Нәсих Абдуллин үҙ һөнәренең оҫтаһы. Былтыр уның хеҙмәте еңел автомобиль менән баһаланған, ялан батыры быйыл «һөнәр оҫтаһы» дипломына лайыҡ булды. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Зифа Искәндәрова 30 йылға яҡын рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, тәжрибәле уҡытыусы йәш педагогтарға ла оҫталыҡ дәрестәре бирә, ярҙам итә. Бөгөн ул «Иң яҡшы остаз номинацияһы еңеүсеһе».