Декабрҙә йылылыҡ өсөн түләүҙең артыуы көтөлә

Был турала тарифтар буйынса уҙған матбуғат кәңәшмәһендә билдәләнде. Ҡыштың тәүге айы сағыштырмаса һыуыҡ килеү сәбәпле йылылыҡ энергияһы күп тотонолған. Күп ҡатлы йорттарҙа йылылыҡты көйләү системаһы ҡуйылған булһа, түләү квитанцияларында хаҡ арзаныраҡ буласаҡ.

Беҙ сарыф ителгән йылылыҡ 42-46 процентҡа күберәк булыр тип самалаһаҡ, ул 36 процентҡа тиң булып сыҡты. Күп кенә йорттарҙа йылылыҡ энергияһын көйләү системаһы ҡуйылған, һөҙөмтәлә, экономия квитанцияларҙа сағылыш таба.

Максим Петров, «Өфө инженер селтәрҙәре» предприятиеһы директоры