Башҡортостан Луганск халыҡ республикаһында 46 объектты төҙөкләндерергә ярҙам иткән һәм эш әле лә дауам итә. Был хаҡта Радий Хәбиров Донбасҡа эш сәфәре барышында белдерҙе. Төбәк етәксеһе башҡорт халыҡ батальондары, мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ, Луганскийҙа хеҙмәт вахтаһындағы табиптар менән осрашты. Эш сәфәре һөҙөмтәләре хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Башҡортостан башлығының Донбасҡа эш сәфәре Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге халыҡ батальоны хәрбиҙәре менән осрашыуҙан башланды. Батырлыҡ өлгөһө күрһәткәндәргә Радий Хәбиров Салауат Юлаев һәм Миңлеғәле Шайморатов ордендарын тапшырҙы.
Махсус хәрби операцияның алғы һыҙығына яҡын ғына урында ла ватандаштарыбыҙ сифатлы медицина ярҙамы ала. Республиканан бында бөтәһе 207 медицина хеҙмәткәре булып , шул иҫәптә 80 балалар табибы 18 мең кешене дауалаған. Әле һигеҙенсе бригада эшләй.
Медицина пункттары юғары технологиялы заманса техника менән йыһазландырылған. Кәрәк саҡта йылы һүҙ менән дә дауалай алған ҡаһарман йөрәкле табиптарға хәрбиҙәр рәхмәтле.
Еңел булмаған шарттарҙа намыҫлы хеҙмәте өсөн аҡ халатылыларға төбәк етәксеһе Башҡортостан башлығы Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Махсус хәрби операция башланғандан алып Башҡортостан Луганский һәм Донецкиға 33 гуманитар ярҙам ылауы оҙатҡан. 2500 тонна аҙыҡ-түлек, медикаменттар, төҙөлөш материалдары.
Республика вәкилдәре яугирҙарға был юлы ла сираттағы гуманитар ылау, кәрәк-яраҡтар, техника һәм иң мөһиме, яҡындары ебәргән хаттар һәм посылкалар еткерҙе.
Башҡортостан Луганск Халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһына ярҙам итеүҙе туҡтатмай. Был хаҡта Радий Хәбиров Луганск Халыҡ республикаһы етәксеһе Леонид Пасечник менән осрашыуҙа белдерҙе. Башҡортостан Донбасс балалырын ял һәм һауыҡтырыу өсөн тағы ла ҡабул итергә әҙер. Радий Фәрит улы Рәсәйҙең яңы төбәге менән туғандаш республикалар араһында килешеү төҙөргә саҡырҙы.
Эш сәфәре вәкилдәре Петровское ҡалаһындағы Башҡортостан ярҙамы менән төҙөкләндерелгән Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22 -се мәктәптә лә булды. Төбәк етәксеһе сығарылыш класс уҡыусыларына Башҡортостан вуздарында белем алыу мөмкинлеге тураһында әйтте. Башҡортостан үҙенең һаҡлаусылары менән лайыҡлы рәүештә ғорурлана ала, тине, Радий Хәбиров сәфәргә һығымта яһап.
Рәмилә Исмәғилева