Хәүефһеҙ һатып алыу өсөн. Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика идаралығы хеҙмәткәре Күмертау ҡалаһының популяр сауҙа нөктәләренең береһенә рейдҡа сыҡты. Һатып алыусылар араһында мәғлүмәт таратыу эше алып барылды. Тауарҙың сифатын һәм хәүефһеҙлеген үҙ аллы нисек билдәләргә? Яуап БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.
Магазинда Яңы йыл алды ығы-зығыһы. Ит, балыҡ, консервалар, һөт ризыҡтары. Яңы йылға 3 көн ҡалыуға ҡарамаҫтан, байрам өҫтәленә кәрәк-яраҡтар алырға теләүселәр байтаҡ.
Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика идаралығы хеҙмәткәре Яңы йыл алдынан рейдҡа даими сыға. Маҡсат - тәртип боҙоу осраҡтарын асыҡлауҙан башлыса халыҡҡа мөһим мәғлүмәт еткереү. Тәүгеһе планға ярашлы йәки ҡулланыусылар мөрәжәғәте аша ғына башҡарыла.
Бөгөн «Ғәҙел билдә» ҡушымтаһында аяҡ кейем, парфюмерия, тәмәке, һөт ризыҡтары кеүек бер нисә тауарҙы ғына тикшереп була. Әммә, белгестәр әйтеүенсә, оҙаҡламай үлсәнгән әйберҙәр ҙә был исемелеккә инәсәк. Әлегә йәшелсә-емештәрҙе, әйтәйек, ҡәҙимге ысулдар менән тикшерергә тура килә.
Магазин кәштәһендә боҙолған тауар тапҡан осраҡта, был турала, иң тәү сиратта, һатыусыға хәбәр итергә тәҡдим ителә. Артабан сара күрелмәһә, мәсьәләне яуаплы инстанцияларға еткереү мотлаҡ. Бынан тыш, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте һатып алыусылар өсөн тауарҙарҙың «ҡара исемлеген» дә төҙөгән. Бында тауарҙың исеме, ҡайҙа етештерелеүе һәм ни сәбәпле һатып алыуға кәңәш ителмәгәнлеге яҙылған. Порталдағы мәғлүмәт сифатһыҙ тауарҙарҙы урап үтергә ярҙам итәсәк.
Рәзилә Ғиниәтуллина