Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы ата-әсәләр, яҡын-тирәлә йәшәүселәр менән берлектә программала ҡатнашып, балалар баҡсаһы биләмәһен төҙөкләндереүгә ирешкән. 2023 йылға улар юғары маҡсаттар менән аяҡ баҫа.
1970 йылда асылған балалар баҡсаһында тәҙрәләр бер тапҡыр ҙа алыштырылмаған. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре уларҙы нығытып, яңы йыл байрамдары алдынан биҙәп тә ҡуйған. Бер тәҙрәне алыштырыу өсөн 20 мең һум тирәһе сығым талап ителә, ә бинала тәҙрәләр 100-ҙән ашыу. Шуға күрә балалар баҡсаһы «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһында ҡатнашырға ҡарар иткән.
232-се балалар баҡсаһы «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһынында ике йыл ҡатнашып, еңеп сыҡҡан. Мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү учреждениеһы ата-әсәләре, урындағы халыҡ, эшҡыуарҙар, Калинин районы хакимиәте менән берләшеп, дәүләт ҡаҙнаһынан ярҙам алыуға ирешкән. Был аҡсаға улар баҡса биләмәһендә 7 веранда яңыртҡан.
«Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы» урындағы айырым социаль һорауҙарҙы хәл итергә мөмкинлек бирә. Уның ярҙамында 2022 йылда 730 миллион һумға 645 проект тормошҡа ашырылған. Республика, урындағы хакимиәт һәм бағымсылар ярҙамы менән район-ҡалаларҙа бихисап проекттар тормошҡа ашырыла, унда ҡатнашырға теләүселәр арта ғына. Быйылғы конкурс һөҙөмтәләре 2023 йылда билдәле буласаҡ.
Лилиә Мәҡсүтова