Яңы йыл яҡынлаша. Республикала байрамға әҙерлек йылдам бара. Йорттар сағыу гирляндалар менән биҙәлә, шыршылар ҡуйыла, боҙ ҡаласыҡтары, һырғалаҡтар төҙөлә. Байрам өҫтәленә ниндәй ризыҡ әҙерләргә? Ҡуян йылы нимә вәғәҙә итә? Хәбәрсебеҙ Әлфинә Килдейәрова ҡыҙыҡһынды.
Киләһе йыл етеҙлеге менән айырылып торасаҡ. 2023 йылды ашҡынып килгән поезд менән сағыштырырға була, ти нумеролог Гөлнара Үтәшева. Үҙгәрештәр тормоштоң һәр өлкәһенә ҡағыласаҡ тип фаразлай белгес. 2023 йылдың төп һаны - 7. Шуға күрә, тыуған көнөндә ошо һан булған һәр кемгә Яңы йыл айырыуса уңышлы буласаҡ.
Йыл аҙағына мәшәҡәттәр уғата артта. Шуларҙың береһе яңы йыл табынына әҙерлек. Айырыуса иғтибар байрам өҫтәленә бирелә. Өфө фән һәм технологиялар университетының ятаҡханаһында йолаға әйләнгән «оливье» һәм «тун аҫтындағы сельд» урынына төрлө илдәрҙә бешерелә торған ашамлыҡтарҙың презентацияһы үтте. Уны сит ил студенттары үҙҙәре ойошторған.
Йыл символы менән дуҫлашырға тип баш ҡала халҡы «Башҡортостан» лайфстайл үҙәгендәге зоопаркҡа килә. «Урман илселеге»ндә 15 ҡуян йәшәй, уларҙы ашатып яңы йылдың уңышлы килеүен теләйҙәр.
2023 йылға аяҡ баҫырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Нисек кенә булмаһын, Яңы йылды ышаныс, өмөт менән ҡаршы алыу хәйерле.
Әлфинә Килдейәрова