Декабрҙә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү артты. Тарифтар 9 процентҡа күтәрелде. Быйыл коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ике тапҡыр индексациялана, киләһе йылдың 1 июлендә хаҡ арттырылмай. Үҙгәрештәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың өҙлөкһөҙ эшен һәм инфраструктура үҫешен тәьмин итеү, халыҡҡа сифатлы коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү кәрәклеге менән аңлатыла. Республика тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк ошо турала белдерҙе. Тарифтар 2024 йылдың 1 июлендә генә күтәрелә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТүләү суммаһы йорттарҙағы уртаҡ йылылыҡ энергияһын иҫәпләү ҡоролмаһы күрһәткестәре йә иһә Тарифтар буйынса дәүләт комитеты билдәләгән тарифтарҙан сығып формалаша. “БашРТС” ойошмаһы етәксеһе Тимофей Дубровский.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКиләһе йылдың 1 ғинуарына “аҡыллы” иҫәпләгестәр ҡуйыу тамамлана. Уларҙы урынлаштырыу электр энергияһы өсөн түләүгә бәйле бәхәстәрҙе кәметергә мөмкинлек бирә. Иҫәп приборы мәғлүмәтте үҙе теркәп ебәрә. Счетчик ҡуйылмаһа, электр энергияһын ҡулланыусыға штраф һалыу ҡаралған.