“Бәләбәй” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә яңы резидент теркәлде. Компания 350 миллион һум инвестиция индерергә ниәтләй. Теплица комплексының майҙаны 1 гектар самаһы. Унда йыл әйләнәһе 2 мең 200 тонна йәшелсә үҫтереү ҡарала. 30-ҡа яҡын яңы эш урыны булдырыла. Әле республикала 130-ға яҡын предприятие йылдам үҫеш биләмәләре резиденты статусын алған. Инвесторҙар Башҡортостан иҡтисадына 7 миллиард һум аҡса һалған, 4 мең 800 -ҙән ашыу кеше эшкә урынлаштырылған.