Башҡортостан менән Донбасс араһында хеҙмәттәшлек нығына

РадийХәбиров был төбәккә сәфәре барышында Донецк халыҡ республикаһы етәксеһе Денис Пушилин менән осрашты. Ике республика араһында иҡтисади, фәнни-техник хеҙмәттәшлекте үҫтереү, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, йәштәр сәйәсәте, туризм өлкәләрендә бәйләнештәрҙе яҡшыртыу тураһында килешелде. Бынан тыш йыл һайын Башҡортостан һәм Донецк республикалары башлыҡтары призына көрәш буйынса турнир ойошторола. Ул Өфө йә Донецк ҡалаһында уҙғарыла.