Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төндә халыҡ йыйылған урындарҙа дежур ойошторола. Шулай уҡ христиандарҙың дини байрамында, 7 ғинуарҙа хәүефһеҙлек тәьмин ителә. Енәйәт осраҡтары, тәртип боҙоусылар тураһында хәбәр итергә мөмкин. 102 телефоны тәүлек әйләнәһенә шылтыратыуҙар ҡабул итә, тип белдерәләр ведомствонан.