Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Азат Бадранов менән бергә төшкән фотоһын ҡуйған

Радий Хәбиров социаль селтәрҙә үҙ ирке менән махсус хәрби операцияға киткән Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов менән бергә төшкән фотоһын ҡуйған.

«Был фото минең өсөн айырыуса әһәмиәтле. Минең дуҫым, фекерҙәшем һәм хеҙмәттәшем үҙ теләге менән тап Шайморатов батальонына китергә ҡарар итте. Бер ваҡытта ла уның менән ошолай осрашырбыҙ, уны хәрби формала һәм брононежилетта күрермен тип уйламағайным. Һәр замандың үҙ ҡарарҙары һәм ысын ирҙәре» тип белдергән төбәк етәксеһе.