Республиканың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итеүенсә, дәүләт юғары һәм урта профессиональ белем биреү йорттарында түләүле нигеҙҙә уҡыған студенттар бюджетлы уҡытыу формаһына күсә ала. Был тик көндөҙгө бүлектә белем алыусыларға ғына ҡағыла. Шулай уҡ улар өсөн ятаҡта йәшәү ҙә бушлай. Матди ярҙам бүлеү ҙә ҡаралған. Ҡарар Башҡортостандың Ректорҙар советы ултырышында ҡабул ителде. Льготаға эйә булыр өсөн, студенттарға уҡыу йорто етәкселегенә ғариза яҙырға кәрәк.