Дәүләт Думаһы депутаты Наталья Орлова бөгөн «Берҙәм Рәсәй» партияһының Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте. Мөмкинлектәре сикләнгән бала үҫтереүсе әсәләр, эшҡыуарҙар үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән депутатҡа мөрәжәғәт итте.
Фәйзуллиндар һирәк генетик ауырыу менән сирләгән бала тәрбиәләй, уға ай һайын ҡиммәтле дарыуҙар эсерергә кәрәк. Ғаиләне препараттар менән Һаулыҡ һаҡлау министрылғы тәьмин итә. Әммә һуңғы арала был дарыуҙы сит илдән алыуҙа ҡыйынлыҡтар килеп сығыу сәбәпле, ғаилә уны үҙе һатып алырға мәжбүр. Дәүләт Думаһы депутаты Наталья Орлова мәсьәләне хәл итергә вәғәҙәләне.