Вадим Захаров «Теләктәр шыршыһы» акцияһында ҡатнашты

Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров «Теләктәр шыршыһы» акцияһында ҡатнашты. Ғалим 6 йәшлек Азаматтың микроскоп тураһындағы хыялын тормошҡа ашырҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Теләктәр шыршыһы» илдә бишенсе йыл рәттән үткәрелә. Быйыл акцияла Рәсәйгә ҡушылған яңы биләмәләрҙә йәшәүсе балаларҙың да теләктәре тормошҡа ашырыласаҡ. Хәйриә сараһы 2023 йылдың февраль аҙағына тиклем дауам итер, тип күҙаллана.

Мин был акцияла тәүгә ҡатнашам. Бәләкәй малайҙың фәнни техника менән хыялланыуы ҡыуандыра. Тимәк, республикабыҙҙың фәнни киләсәге ышаныслы. Ошо теләктең нәҡ миңә эләгеүе лә символик мәғәнәгә эйә. Киләсәктә Азаматты университетҡа абитуриент булараҡ көтәбеҙ.

Вадим Захаров, Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы