Флагҡа улар ҡултамғаларын да ҡуйҙы. Радий Хәбиров Донбасҡа сәфәре барышында яугир-яҡташтарыбыҙ алышҡан урынға барып етте. Яуҙа ҡыйыулыҡ күрһәткән хәрбиҙәрҙе Шайморатов ордены менән бүләкләне. Батальон республикала тәүгеләрҙән булып ойошторолған ирекле хәрби берәмек. Улар ярты йыл самаһы алғы һыҙыҡта дошман менән алышты. Яңыраҡ уларға ял бирелде. Әле Шайморатовсылар йәнә хәрби бурысын үтәй.
Башҡортостан башлығы Батальон яугирҙарын яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән тәбрикләне. Яуҙа уларға уңыштар һәм еңеү менән иҫән-һау тыуған республикабыҙға әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Радий Хәбиров белдереүенсә, яугирҙарҙың тылы ныҡ, уларҙың яҡындары тураһында республика хәстәрлек күрә, алғы һыҙыҡҡа ла даими ярҙам оҙатыла. Батальон яугирҙары барлыҡ мәсьәләр тиҙ арала һәм һәҙәмтәле хәл ителгәне өсөн Башҡортостан башлығына ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Луганск халыҡ республикаһы уҡыусылары мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында белем алыуҙы артабан дауам итә ала. Был турала республика башлығы Донбассҡа сәфәре барышында белдерҙе. Радий Хәбиров Петровское ҡалаһындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәптә булды. Быйыл йәй белем усағы республика көсө менән тулыһынса төҙөкләндерелде. Компьютер синыфы, аш-һыу әҙерләү блогы, ашхана, спорт залы, уҡыу бүлмәләре яңыртылды. Мәктәптә Миңлеғәле Шайморатовтың музейы эшләй. Унда бик ҡиммәтле экспонаттар тупланған. Петровское ҡалаһы Рәсәй Геройы, 122-се Башҡорт атлы дивизияһы командирының һуңғы төйәге.
Башҡортостан башлығы уҡыусылар һәм педагогия коллективын яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән тәбрикләне, уларға Ҡыш бабай күстәнәстәрен тапшырҙы. Әңгәмә барышында сығарылыш класы уҡыусыларын Башҡортостанға уҡырға саҡырҙы.