Өфө дауаханаһы республикала беренселәрҙән булып ресертификация үтте

Рәсәй һаулыҡ һаҡлауҙы күҙәтеү хеҙмәтенең «Сифат милли институты» эксперттары күп профилле стационар менән поликлиника эше менән медицина эшмәкәрлеген сифатлы һәм хәүефһеҙ талаптарға яраҡлылығын раҫланы.

Өфөнөң 18-се ҡала клиник дауаханаһы республиканан ресертификация үткән беренсе медицина ойошмаһы. Рәсәй һаулыҡ һаҡлауҙы күҙәтеү комиссияһы ике көн дауамында медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ҡарап, учреждениеның барлыҡ системаһын, күп профилле дауахана коллективынынң эш алгоритмын анализланы.

Белгестәр хеҙмәткәрҙәрҙең төрлө йүнәлеш буйынса оҫталығын, һөнәри мөмкинлектәрен баһаланы. Бынан тыш, улар персоналдың сифат менеджменты системаһына ҡатнашлығын билдәләне.

Комиссия медицина учреждениеһының эшмәкәрлеген ыңғай баһаланы. Коллективта эшләүсе табиптарҙың һөнәри оҫталығын, пациенттарға иғтибарлы ҡарашта булыуын белдерҙе.

Ресертификация клиникала дауалау юғары кимәлдә ойоштролоуын, донъя стандарттарына яуап биреүен иҫбатланы. Өс йыл һайын дауахананы яңы аудит көтә. Был белгестәр эшен генә түгел, бөтә йүнәлештәр буйынса ла камиллашырға ярҙам итә.