Яңы йыл байрамдары менән бергә республика халҡын оҙайлы каникулдар көтә

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Яңы йыл каникулдары 9 көн дауам итә. Рәсәй Хеҙмәт кодексына ярашлы, 31 декабрҙән  8 ғинуарға тиклем Яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар – Раштыуа ял һәм байрам көндәре була. Шулай итеп, бөгөндән 8 ғинуарға тиклем эштә булған халыҡ ял итә.