Быға тиклем булмаған йомарт акцияларға үтә ышанып бармаҫҡа кәрәк, ти белгестәр. Төрлө лотереяларҙа ҡатнашырға саҡырыусылар арта. 100-300 һум аҡса һалып, күп табышҡа эйә булырға мөмкин, тиҙәр. Ошондай юл менән халыҡтан аҡса йыйып ҡасыусылар тураһында ла хәбәрҙәр бар.