Гастроль эшмәкәрлек алып барыуға республика ҡаҙнаһы иҫәбенә яңы «Нефаз»дар

Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин төбәктең мәҙәниәт учреждениеларына автобус асҡыстары тапшырыу тантанаһында ҡатнашты. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ике транспорт сараһы менән тәьмин ителһә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Салауат, Нефтекама, Сибай, Стәрлетамаҡтағы театр-филармонияларға берәр автобус оҙатылды.

Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы төҙөгән дәүләт контрактына ярашлы, лизинг шарттарында тағы ла 87 берәмек автотранспорт һатып алынырға тейеш. Газель микроавтобустары, еңел автомобилдәр киләсәк. Дөйөм алғанда, ошо маҡсатта 532 миллион һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған.