Мәҙәниәт министрлығынан белдереүҙәренсә, каникул барышында театр-концерт берләшмәләре 450 байрам сараһы әҙерләй. Унда 150 меңдән ашыу кеше килеүе көтөлә. Район һәм ҡалаларҙа бина эсендә һәм асыҡ һауала 27 меңдән ашыу сара ойошторола. Тамашалар теҙмәһе менән «Яңы йыл календары»нда танышырға була. Ул интернетта урынлаштырылған.