Ул Республика башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы ойошторолған. Совет бөгөн тәүге ултырышын үткәрҙе. Унда йыл дауамындағы эштәргә йомғаҡ яһалды, бурыстар билдәләнде, мәҙәниәтте, сәнғәттте үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхестәргә дәүләт наградалары тапшырылды. Төп темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Был ултырыш ғәҙәттәгеләрҙән айырыла. Тәүге тапҡыр ойошторолғаны өсөн генә түгел. Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса совет Башҡортостандың барыбыҙға билдәле шәхестәрен бергә туплауы, ижади мөхите, зауыҡлы ойошторолоуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Әммә күтәрелгән темалар етди. Сөнки мәҙәниәт ул-милләттең көҙгөһө, рухи-мәҙәни хазиналарыбыҙ һаҡлауҙы, үҫтереүҙе талап итә.
Совет ултырышы театр, музыка, кино, һүҙ сәнғәтен үҫтереү хаҡында барҙы. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүр әҙәбиәт классиктарының әҫәрҙәрен яңынан баҫыу, «Урал батыр» эпосына һәм уны мәңгеләштергән сәсәндәргә һәйкәл ҡуйыу кәрәк тигән фекерҙә. Өфөнөң тарихы ла быуаттар төпкөлөнә барып тоташа, киләсәк быуын был хаҡта белергә тейеш, ти ул.
Совет ултырышында хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә лә ҡул ҡуйылды. Был документтар Башҡортостанда кино сәнғәтен һәм милли музей эшмәкрлеген үҫтереү буйынса. Белгестәр фекеренсә, яңы совет донъя, ил кимәлендәле билдәле сәнғәт әһелдәрен берләштерә, уларҙың тәжрибәһе төбәк мәҙәниәтен үҫтереүҙә файҙалы буласаҡ.
Совет ултырышында дәүләт наградалары тапшырылды. Хеҙмәт алдынғылары абруйлы исемдәр, почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Халыҡ артистары исемлеге дүртәүгә артты. Бүләкләнеүселәр араһында билдәле композитор Юлай Үҙәнбаев менән ҡурайсы Азат Биксурин да бар.
Совет ултырышы һөҙөмтәле фекер алышыуҙарға ла, иҫтәлекле мәлдәргә лә бай булды. Сара сәхнә әһелдәренең сығыштары менән үрелеп барҙы.
Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни ҡомартҡыларын тергеҙеүгә, һаҡлауға, үҫтереүгә, киләсәк быуынға тапшырыуға арналған сараларға бай булды. Йыл тарихи ваҡиға менән тамамланды, Башҡортостанда мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса совет барлыҡҡа килде, Республика башлығы указына ярашлы ойошторолған был совет тармаҡ үҫешенә яңы һулыш өрөр, яңы башланғыстарға нигеҙ һалыр тип көтөлә.
Рәмзиә Кәримова