2023 йылда илдә һәм республикала яңы закондар үҙ көсөнә инә, төрлө өлкәлә үҙгәрештәр көтөлә. Әйтәйек, яңы йылда балалар өсөн түләүҙәр берҙәм пособиеға берләштерелә, ә Пенсия фонды юҡҡа сығарыла. Граждандарға нимә көтөргә? Иң мөһим яңылыҡтар беҙҙең киләһе дайджеста.
2023 йыл башынан илдә Пенсия һәм Социаль страховкалау фондтары юҡҡа сыға. Улар яңы ойошма - Рәсәйҙең пенсия һәм социаль страховкалау фондына берләштереләсәк. Артабан Рәсәйҙең Социаль фонды тип аталасаҡ структура пенсионерҙар менән эшләү, айлыҡ пособиеларҙы түләү менән шөғөлләнәсәк. Түләүҙәрҙең көнө үҙгәрмәй, талап ителгән документтәрҙе һәм белешмәләрҙе ҡәҙимгесә «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша юллауҙы дауам итергә мөмкин.
1 ғинуарҙан минималь хеҙмәт хаҡы индексациялана. Уның күләме 6,3 процентҡа артып, 16242 һум тәшкил итәсәк. Элекке сумма менән сағыштырғанда, был 963 һумға күберәк. Бынан тыш, пенсия һәм социаль түләүҙәрҙе ҙә индексациялау күҙаллана.
«Әсәлек капиталы»н индексациялау февралгә ҡаралған. Үҙгәрештәрҙән һуң, беренсе бала өсөн түләү 589,5 мең һум тәшкил итә. 2022 йыл менән сағыштырғанда, был 65 меңгә күберәк. Ә икенсе бала өсөн тәғәйенләнгән сумма 779 меңгә тиклем артыр, тип күҙаллана. Әгәр ҙә ата-әсәләр тәүге бала өсөн түләүҙе алған булһа, икенсеһе өсөн 189,5 мең һум матди ярҙамға дәғүә итә.
Икенсе йылда йәшәү минимумы Рәсәйҙә 3,3 процентҡа артып, 14375 һумға етә. Төрлө катерия буйынса күрһәткес төбәктәр араһында айырыла: Башҡортостанда ул яҡынса 2 меңгә кәмерәк.
1 ғинуарҙан ғаиләләр яңы берҙәм пособие ала башлай. Ул ауырлы ҡатындар һәм 17 йәшкә тиклем бала тәрбиәләүсе ата-әсәләргә тәғәйенләнгән. Ғаиләнең аҙ тәьмин ителеүе шарт. Матди ярҙам быға тиклем бирелгән бер ярым йәшкә тиклем, өс йәшкә тиклем, 3 йәштән 7 йәшкә тиклем кеүек бер нисә пособиены берләштерә. Әгәр ҙә ғаиләлә бер нисә бәлиғ булмаған бала тәрбиәләнһә, пособие уларҙың һәр береһенә билдәләнә. Төрлө сәбәптәр буйынса пособие күләме төбәк йәшәү минимумының яртыһын, 75 процентын тәшкил итәсәк йәки тулыһынса түләнә.
Яңы йылдан штраф түләү ваҡыты 10 көндән 20 көнгә арттырыла. Тәүге 10 көндә уны 50 процентлыҡ ташлама менән түләргә мөмкин буласаҡ.
Хеҙмәт кенәгәһенең ҡағыҙ вариантының формаһы ла алмашына. Үҙгәрештәр ҡәтғи түгел, электрон документҡа был ҡағылмай. Элекке хеҙмәт кенәгәләре ғәмәлдә ҡала, уларҙы алмаштырырға кәрәкмәй.
Яңы йылда хеҙмәт хаҡы артыуы ла көтөлә. Был башлыса бюджет хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла. Шулай уҡ сит ил паспорты алыуға хаҡ арта, Төркиәлә ял итеү, поезда йөрөү өсөн дә күберәк түләргә тура киләсәк.
Рәзилә Ғиниәтуллина