Башҡорт, рус һәм татар драма театрҙарына йыл һайын 10 миллион һум бүленә

Был турала Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы янындағы мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫеше буйынса советтың беренсе ултырышында белдерҙе. Аҡса ҙур спектакль һәм тамашалар өсөн тотонола. Башҡортостан мәҙәни тормошонда "Евгений  Онегин" һәм "Садко" опералары, "Салауат вариҫтары сигенә белмәй" һәм "Герой йондоҙо" спектаклдәре премьералары ҙур ваҡиға булды. Яңы йылда "Ҡыҙыл паша" спектакле тәүге тапҡыр тамашасыға күрһәтелә.