Башҡортостан иҡтисады. Йыл йомғаҡтары.

Заман иҡтисады тураһында һөйләгәндә Мостай Кәримдең Европанан Азияға йөк күтәреп сығып барған ҡырмыҫҡа тураһындағы шиғыры иҫкә төшә. Тик бөйөк шағир был күренеште мәҙәк итеп һүрәтләһә, бөгөн ул йәшәйешебеҙҙең, мөмкинлектәрҙең сағылышы һымаҡ. Республика башлығы әйткәнсә, беҙ бикле ишектәргә шаҡымайбыҙ. Европа ҡапҡаһы ябылыу менән Көнсығышҡа боролдоҡ, Башҡортостан өсөн Төркиә, Ҡытай, Иран баҙарҙары асылды. Һөҙөмтә көтөлгәндән дә яҡшыраҡ. Етештереүселәрҙән бары тик шиғырҙағы ҡырмыҫҡа һымаҡ йүнселлек, тырышлыҡ, тынғыһыҙ хеҙмәт талап ителә.

Ике йыл элек буш ятҡан яландарҙы танырылыҡ та түгел. Майҙанда төҙөлөш тауышы йыл әйләнәһенә тынмай. Был Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарындағы «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе. Әле «М Синтез» компанияһы яңы завод һала, дизель яғыулығы өсөн ҡушымта сығарырға ниәтләй. Резиденттарҙы дөйөм һаны иһә 12, улар 42 миллиард һум инвестиция һалырға, 2 мең эш урыны асырға иҫәп тота.

Был майҙанда сатлама һыуыҡта ла төҙөлөш гөрләһә, икенсе урында мөһабәт, заманса биналар ҡалҡып сыҡҡан. Мәҫәлән, Рәсәй йыйылма командаһын кейендергән «Заспорт» компанияһы. Объект февралдә ишектәрен аса. Быйыл «Алға» илдең иң йылдам үҫешкән махсус иҡтисади биләмәһе тип табылған һәм милли рейтингта ла 18 баҫҡыстан 12-гә күтәрелгән.

Махсус иҡтисади биләмәләр Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә эшләй. Ә мебель кластеры Башҡортостанда ғына. Быйыл ойошторолоуға ҡарамаҫтан ул республиканың ике тиҫтәгә яҡын компанияһын берләштергән . Кластер Туймазының «Корона» предприятиеһы базаһында төҙөлгән. «Корона» матрастар сығарыу буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урынды биләй, бында тәүлегенә генә 1 мең 500 матрас эшләнә. Ә кластер яңы үҫеш мөмкинлектәре аса.

Ә Бәләбәй заводының ҡеүәттәрен күҙ алдына килтереү өсөн, Рәсәйҙә йыйылған һәр транспорт сараһында «Белзан» шөрөптәре тора тип әйтеү ҙә етә. Әммә санкциялар илдең автосәнәғәтен оло һынау алдына ҡуя, Бәләбәй шөрөптәре лә сит ил маркаларынан бороп ташлана. Тик яҡташтарыбыҙ бошонмай. Ике аҙна эсендә генә станоктарҙы үҙгәртеп ҡора, башҡа проекттар эшләй һәм яңы йүнәлештәрҙе үҙләштерә. Мәҫәлән, Минск, Кама автомобиль заводына деталдәр эшләй башлай. Һөҙөмтәлә ғүмерҙә булмағанса хеҙмәт хаҡы бер йылда ике тапҡыр арттырыла, ә йыллыҡ һатыу күләме 10 процентҡа күтәрелә. Предприятиеға Сәнәғәтте үҫтереү фонды ла булышлыҡ итә.

Был заман талаптарына яраҡлашҡан предприятиеларҙың бәләкәй генә бер өлөшө, улар һәр тармаҡта ла бар. Сәнәғәт өлкәһендә генә 23 предприятие импортты алмаштырыуға күскән. Ысын мәғәнәһендә иҡтисади мөғжизә. Сөнки тәү ҡарамаҡҡа, һынауҙар йырып сыҡмаҫлыҡ һымаҡ.

Әлеге ваҡытта Рәсәйгә ҡарата 7 мең 883 иҡтисади санкция иғлан ителгән, уларҙың төп өлөшө (5129) быйылға, 22 февралдән 25 мартҡа тура килә. Был донъя тарихында тәүге тапҡыр. Сағыштырыу өсөн, Иранға 3 мең 616, Сүриәгә 2 мең 608, Кореяға 2 мең 77 санкция индерелгән. Әммә һынау ил иҡтисады, шул иҫәптән Башҡортостан өсөн мөмкинлектәр осорона әүерелде.

Июндә Санкт-Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форумда инвестиция климаты буйынса милли рейтинг иғлан ителде. Башҡортостан тәүге бишәү исемлегендә. Ә 8 йыл элек кенә 40-сы урынды биләй инек. Июлдә Екатеринбургтағы «Иннопром» халыҡ-ара күргәҙмәһендә Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса беренсе урында тип билдәләнде. 10 килограмлыҡ еңеүсе кубогы фиҙаҡәр хеҙмәт сағылышы булараҡ республикала урын алды.

Күпме генә һөйләһәң да иҡтисадтың теле - һандар. Быйылғы 10 ай һөҙөмтәләре буйынса статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, Башҡортостан сәнәғәт секторы 1 триллион 827 миллиард һумлыҡ тауар етештергән. Үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 6,8 процентҡа юғары. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында икенсе урын биләй. Эшкәртеү тармағында ла импортты алмаштырыуға күсеү бара. Мәҫәлән, кеше ғүмере өсөн мөһим дарыу-препараттар етештереү 25 процентҡа күтәрелгән, ә мебель эшләү 24,5 процентҡа артҡан. Йәғни, Башҡортостан иҡтисадының төп секторҙары яңы йылға ышаныслы аҙымдар, оло маҡсаттар менән аяҡ баҫа.

Рәмзиә Кәримова