Мөслимә Шәрипова бөгөн машиналарҙың маркаһын төн уртаһында уятып һораһаң да һөйләп бирергә әҙер. Махсус белемле булғандан, йә ҡыҙыҡһыныуынан сығып түгел, ә тап тәҙрә аша күҙәтеүенән һәр тимер атты бөгөн исемләп тигәндәй белә. Инде 30 йылдан ашыу ул Ишҡар ауылы аша үткән М7 федераль трасса буйында йәшәй.
Мөслимә ханымдың кемпинг хәлендә ҡалған йорто үҙе менән бергә иркен тын аласаҡ. Юлды аша сығыу ҙа хәүеф тыуҙырмаҫ. Дәүләт планы буйынса транспорт ағымын Ишҡарҙан 34 саҡрымдан, йә иһә Исәмәт ауылына етмәҫ үк бороу ҡаралған. Төҙөлөш шулай уҡ Илеш район үҙәген, Лаяшты, Дүртөйлөнөң Әсән ауылын да урап үтәсәк.
Башҡортостан биләмәһе аша үткән М12 федераль трассаһында эштәр көйлө тип әйтергә кәрәк. Объект төҙөлөшөнә старт сентябрь аҙағында бирелеүенә ҡарамаҫтан, бөгөн ил кимәлендәге әһәмиәтле юлға төплө нигеҙ һалынған. План буйынса трасса дүрт һыҙаттан торасаҡ. Һәм объект оҙонлоғо 65 саҡрымды тәшкил итер тип көтөлә.
Мәскәү - Түбәнге Новгород - Ҡазан - Екатеринбург - Силәбе - Төмән ҡалаларын иңләгән юғары тиҙлекле автомагистраль тулыһынса ике йылдан файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Ул Башҡортостандың Илеш, Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондары аша үтә. Яңы юл республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгенең инфраструктураһына яңылыҡ индереп, эш урындарын булдырырға этәргес бирәсәк.
Ә Силәбе еренә илткән М5 федераль трассаһының 6 һыҙатҡа тиклем киңәйтелеүе транспорт хәрәкәтен көйләйәсәк. Илдең төп автомагистралендә эш төрлө участкаларҙа алып барыла. Иң күләмлеһе Көньяҡ Уралға тура килә. Башҡортостанға ҡараған биләмәлә ике транспорт үткәүеле яңы йылда файҙаныуға тапшырыла. Бөгөн төҙөлөш-монтаж эштәре 75 процентҡа теүәлләнгән.
Башҡортостан аша үткән М7, М5, М12 кеүек Рәсәйҙең мөһим иҡтисади артерияһында, гүзәл Өфөбөҙҙөң дә «йөрәк тибешен» ишетергә мөмкин.
«Көньяҡ ҡапҡа» проекты баш ҡалабыҙҙың һуңғы йылдарҙағы күләмле төҙөлөш эштәренең береһе. 2024 йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыласаҡ объект Софья Перовская һәм Пугачев урамдарын тоташтырасаҡ. Юл алты һыҙатҡа иҫәпләнгән. Уның барлыҡҡа килеүе баш ҡаланан сығыу юлында транспорт хәрәкәте көсөргәнешлеген күпкә кәметә.
Ике этаптан торасаҡ проекттың тәүге өлөшөндә Пугачев урамын төҙөкләндереү, Рыленко урамын транспорт үткәүеле аша Пугачев урамы менән тоташтырыу планлаштырылған. Икенсе сиратта, Кузнецов Затонының көньяғынан урау юл һалып, шулай уҡ Пугачев урамына сығыу һәм Өфө-Аэропорт юлына тоташтырыу маҡсатында Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөү ҡаралған. Октябрҙә тәүге инженер-геология тикшеренеүҙәре лә үтте. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса баш ҡалаға Көньяҡ ҡапҡанан тәүлегенә 40 меңдән ашыу транспорт сараһы инер тип көтөлә.
92-се йылдарҙа башланып һуңынан онотолған, 2020 йылда ҡабат йәнләнгән «Көнсығыш сығыу юлы» төҙөлөшө йылдам алып барыла. Бөгөн Өфө йылғаһы аша һалынасаҡ күперҙең һул яҡ өлөшөндәге терәүҙәре тулыһынса ултыртылған. Объект үҙе ике ярым саҡрымды тәшкил итә. 14 саҡрым оҙонлоҡтағы «Көнсығыш сығыу юлы» файҙаланыуға тапшырылғас та Өфөнөң Салауат Юлаев проспектынан М5 федераль трассаһына 10 минутта сығырға мөмкинлек бирә.
Өфөнөң көньяғынан ҡапҡа асылып, көнсығышына нигеҙ һалынғанда, ә көнбайыш тарафҡа тимер юлдары ныҡлыҡта һынала. Тиҙ йөрөшлө «Ҡарлуғас» поезы бер-бер артлы тигәндәй республиканың Приют, Раевка ҡасабаларын иңләне. Ҡала яны электр трнаспорты ошо рәүешле Бәләбәй һәм Әлшәй райондарын баш ҡалаға яҡынайтһа, киләсәктә Иҙел башына илткәнен тормошҡа ашырыу ҡарала.
Юл фонды транспорт инфраструктураһын һуңғы биш йыл эсендә ике тапҡырға күләмен арттырған. Федераль әһәмиәтле юлдар менән бергә, муниципаль-ара булғаны ла саң борҡотоп ятмаҫ тигән ышаныс бар. Декабрь башында мәҫәлән, республиканың иң күләмле эше һаналған Бөрө - Таҙтүбә - Һатҡы автомобиль юлы файҙаланыуға тапшырылды. 60 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡтағы объектты яңыртыу биш йыл элек башлана.
Республика инфраструктураһын яңыртыу, кәрәк урында үҙгәртеп ҡороуҙар бөгөн һүҙҙә генә түгел, ғәмәлдә башҡарыла. Радий Хәбировтың йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһенә ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәтенә төҙөлөш, реконструкция һәм урындағы әһәмиәтле автомобиль юлдарын капиталь төҙөкләндереүгә 4 миллиард һум аҡса бүлеү йөкмәтелде. Шулай уҡ республиканың һәр муниципалитетына юлдарға ҡырсынташ түшәүгә 10-шар миллион һум бүленәсәк. Әлбиттә, ул район өсөн күп тә түгел һымаҡ, шулай ҙа башланғысҡа төплө нигеҙ һалынды.
Азат Ғәлиуллин, Йыл йомғаҡтары.